+21 °С
Болотло


Өфөләге Затон биҫтәһе мәктәптәренең береһендә уҡыусы ҡыҙ 1 сентябрҙә байрам линейкаһына курьер доставка хеҙмәтенең рюкзагы менән килгән. Видеояҙма социаль селтәргә һалынған.
Яҙыуҙа башланғыс класс уҡыусыһының ҙур рюкзак менән мәктәпкә барғаны күренә. Ул байрамса кейенгән, ҡулына гөлләмә тотҡан.
Социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусылар шаяртыуҙар буйынса, ҡыҙыҡайҙың дәреслектәре бик күп йәки уға аҡса эшләргә тура килә. Шулай уҡ видеояҙмаға төшөрөр өсөн уға рюкзакты кейҙергәндәр тигән фекерҙәр ҙә бар.