

Рәсәйҙә 1 сентябрҙән водителдәргә күҙәтеүҙе сикләгән автомобиль гаджеттарын алғы тәҙрәгә ҡуйыуҙы тыйған хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инә. Был турала хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырыу сайтында урынлаштырылған документта әйтелә.
Бында водитель урынынан күреү мөмкинлеген ҡыйынлаштырған өҫтәмә предметтар йәки ҡаплам, атап әйткәндә, видеорегистратор, телефон йәки навигатор өсөн беркетеү, транспондер тураһында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта, быяла таҙартҡыс деталдәрен, киптереү өсөн ҡоролмаларҙы, төҙөлгән радиоантеналарҙы урынлаштырыу рөхсәт ителә.
Бынан тыш хәҙер йәйге осорҙа төҙөк булмаған автоблокировка системаһы һәм ҡышҡы шиналарҙа йөрөү ҙә ҡағиҙә боҙоуҙар тип иҫәпләнә.