

Август һанында Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 2 В класс уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы Хасаева тураһында мәҡәлә донъя күрҙе.
“Балалар менән эшләү тәжрибәмдә төрлө класс уҡыусыларына белем бирергә тура килде. Шулар араһында, бер үк ваҡытта иң күңеллеһе, күңелгә яҡыны һәм иң ауыры башланғыс кластарҙы уҡытыуы. Беренсенән, улар шул тиклем эскерһеҙ булыуҙары, балалыҡ сафлыҡтары менән күңелде арбайҙар. Үсләшеү, оҙаҡ ваҡыт асыу һаҡлап йөрөү, ялағайлыҡ кеүек сифаттар әлегә уларҙа юҡ. Яңы ғына һүҙгә килешеп, үпкәләшеп алһалар, икенсе ҡарағанда улар бер ни булмағандай бергәләшеп уйнап та йөрөйҙәр. Уларҙың, һинең тарафҡа, ихлас күңелдән әйтелгән бер һүҙе лә көнө буйы яҡшы кәйефтә йөрөрлөк илһам, көс бирә”, - ти ул.
Быйылғы йылда ла илһамланып, дәртләнеп эшләргә яҙһын!
Рәзинә УРМАНШИНА.