+21 °С
Болотло


Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы халҡы үҙ көсө менән иман йорто төҙөлөшөнә тотонған. Был хаҡта ауыл китапханаһының рәсми төркөмөндә хәбәр итәләр.
— Был донъяла файҙалы һәм дауамлы эш ҡалдырыу — ул мәсет төҙөлөшөндә үҙ ярҙамыңды күрһәтеү. Бөгөн Юлбарыҫ ауылында мәсет ҡыйығын ябыуға әҙерлек буйынса өмә үтте. Иртәгә лә эштәр дауам итәсәк, ярҙам итергә теләүселәр рәхим итегеҙ!
Шулай уҡ мәсет төҙөлөшөнә аҡсалата ярҙам итергә мөмкин.
https://vk.com/bstnews