Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2023, 06:48

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө, нефтселәр көнө) — нефть һәм газ сәнәғәте тармағында эшләүселәрҙең һөнәри байрамы, һәр йылда сентябрь айының беренсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Байрам СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан Көнбайыш Себер нефть-газ потенциалын уңышлы үҙләштереү һәм 1964 йылда уҙғарылған Ватан нефть һәм газ сәнәғәтенең йөҙ йыллығы уңайынан 1965 йылдың 28 авгусында булдырылған.

Артабан СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге № 3018-X «Тантаналы һәм иҫтәлекле даталар тураһында» Указы, СССР Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 1 ноябрендәге № 9724-XI «Байрам көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында ғәмәлдәге СССР закондар йыйылмаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Указы редакцияһында байрам көнө үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла.

Автор:
Читайте нас