+21 °С
Болотло


Башҡортостанда ҡотҡарыусылар бер ҡатынды бесән кәбәнендә тапҡан. Бәшмәк йыйғандан һуң, кире ҡайтырға юлды таба алмай, баҫыуҙа ҡунырға йыйынған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районы Хәмит ауылынан ҡатын бәшмәк йыйырға китә. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡайтмағас, ире эҙләргә сыға, әммә төнгә тиклем таба алмай.
Ҡотҡарыусылар уны Ҡағы йылғаһы буйында бесәнлектә таба. Унда ул, кире ҡайтырға юлды таба алмағас, бесәнлектә ҡунырға була. Туғандарына алып ҡайтҡандар, медицина ярҙамына мохтаж булмаған.