Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Сентября 2023, 14:50

Айратты үле килеш тапҡандар

Айрат Йәнбулатов ҡайын янында төшкән һуңғы селфиһын 3 сентябрҙә 14 сәғәт 40 минутта ебәргән. Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Айратты үле килеш тапҡандарАйратты үле килеш тапҡандар
Айратты үле килеш тапҡандар

 

Белорет районындағы Яланғас тауында юғалған туристы эҙләү эштәре тамамланды. Ирҙе Яланғас тауына илткән иҫке юлда үле килеш тапҡандар. Үлем сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлай, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 43 йәшлек яҡташыбыҙ Рус география йәмғиәтенең «Урал барыҫы» проектында ҡатнашҡан. Билдәле булыуынса, ул тауға менеп еткән, ләкин тәғәйен ваҡытҡа өйөнә ҡайтмаған. Уның тормош иптәше ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән. Оҙаҡ ҡына эҙләгәндән һуң уның автомобиле табылған. Бөгөн уны янғын-ҡотҡарыу вертолеты менән дә эҙләнеләр. Эҙләү эштәрен Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, ирекмәндәр һәм кинологтар алып барҙы.

Турист, сәйәхәтсе, блогер, Көньяҡ Урал һуҡмағы проектына нигеҙ һалған Рәис Ғәбитов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Айрат Йәнбулатов ҡайын янында төшкән һуңғы селфиһын 3 сентябрҙә 14 сәғәт 40 минутта ебәргән. Аҙаҡ бәйләнешкә сыҡмаған. Айратты ошо фото буйынса эҙләп тапҡандар, ләкин ул үлгән булған.

Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

 

Автор:
Читайте нас