Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 14:50

"Берлинға ҡурай уйнап инергә тейешбеҙ!"

"Днепрҙы сыҡҡан ваҡытта... Еңел булманы".

"Берлинға ҡурай уйнап инергә тейешбеҙ!""Берлинға ҡурай уйнап инергә тейешбеҙ!"
"Берлинға ҡурай уйнап инергә тейешбеҙ!"

Еҙ ҡурайҙың нисек булдырылғаны тураһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугире Баҡый Вәлиулла улы Вәлиев һөйләй (Баймак районы Таулыкай ауылынан):

«Днепрҙы сыҡҡан ваҡытта... Еңел булманы. Сыҡҡан ваҡытта кәмәләребеҙ батты. Үҙебеҙ йөҙөп сыҡтыҡ. Сарбаев менән бер кәмәлә инек, икебеҙҙең дә ҡурайыбыҙ һыуҙа ҡалды.

Днепрҙы сығып, позиция алғас, ҡара урманда ятабыҙ. Кусимов ағай әйтә: "Беҙ Берлинға ҡурай уйнап барып инергә тейешбеҙ!".

Бер ваҡыт оҙаҡ итеп һауа һуғышы барҙы. Беҙҙе Покрышкин эскадрилияһы һаҡлай ине. Шул саҡ немецтың бер самолетын атып төшөрҙөләр. Ул самолет-истребитель беҙҙең районға килеп төштө.

Кусимов ағай: "Ана, немец самолеты төштө. Барығыҙ, икәүләп торбаһын алып килегеҙ", - ти. Киттек Сарбаев менән. Йылға буйына төшкән самолет янып ята. Барып, торбаһын һындырып-ҡырҡып алдыҡ. Күп тә үтмәй самолет шартланы.

Шул торбанан яһалған ҡурайым 1943 октябренән алып бөгөнгәсә үҙем менән».

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас