Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 12:08

Етемдәргә аҡса бирә башлайҙар

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Етемдәргә аҡса бирә башлайҙарЕтемдәргә аҡса бирә башлайҙар
Етемдәргә аҡса бирә башлайҙар

Башҡортостанда етем балаларға ҡулаҡса бирә башлайҙар. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 2,5 миллион һум бүленә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Был проект «Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар» форумының төбәк этабында «Социаль инициатива» номинацияһында еңеү яуланы. Бөгөнгө көндә республиканың 15 ғаиләлә тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеү үҙәгендә 494 бала йәшәй, уларҙың 409-ы дәүләт тәьминәтендә.

Айына балаға 509,4 һум биреләсәк, йылына бер кешегә 6,1 мең һум ҡаралған.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас