

"IQRA (Уҡы!)" - масштаблы халыҡ-ара проект. Был конкурс Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу-ғәләйһиссәләм) мираҫы хаҡында белем кимәлен арттырыуға, Ислам тураһында хаҡ мәғлүмәт алыу мөһимлеген аңлатыуға йүнәлтелгән.
Проектты Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты һәм Мәскәү ҡалаһы мосолмандарының "Надежда" урындағы дини ойошмаһы тормошҡа ашыра.
Конкурс шарттары буйынса, һәр ҡатнашыусы алдан ойштороусылар тарафынан һайланылған китапты уҡып сыға һәм онлайн-тест үтә. Иң күп дөрөҫ яуап биреүселәр финалға саҡырыла.
Быйыл конкурстың финалына 50 кеше үтте, шуларҙың 12-һе — беҙҙең яҡташтар. Башҡортостанда финал Өфө ҡалаһының “Йәшлек-хаус” майҙансығында ойошторолдо. Финалға үтеүселәр төп приз — Мәккә барыу өсөн көрәште. Заһиҙә Зәйнуллова 10 тәүге лидер араһына инде.