Матурлыҡ — камиллыҡты аңлатҡан эстетик категория. Ниндәй ҙә булһа бер объекттың төрлө яҡтары күҙәтеүселә юғары ләззәт уятырлыҡ гармониялы тап килеүе. Матурлыҡ — мәҙәниәттең иң мөһим категорияларының береһе. Йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек һәм килбәтһеҙлек матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булғанды аңлатыусы төшөнсәләр.
Матурлыҡтың сере ниҙә һуң? Быны әлегәсә бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ күрер күҙгә әллә ни сибәр ҙә түгел, ә көслө заттар уны алиһә итеп күрә. Икенселәре - ҡойоп ҡуйған сибәр ҙә, аҡыллы ла, әммә ир-егет уларҙан ситләшә...
Тарихта беренсе Матурлыҡ бәйгеһе Бельгияла 1988 йылда була. Ә Донъя гүзәлен тәүге тапҡыр Лондонда 1951 йылда һайлайҙар. Ә бына бөгөн билдәләнгән МАТУРЛЫҠ КӨНӨ 1995 йылда эстетика һәм косметология менән шөғөлләнгән халыҡ-ара комитет тарафынан иғлан ителә. Был көндө косметологтар, косметика етештереүселәр һәм һатыусылар, пластик хирургтар, моделдәр бизнесы хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡ булдырыуға ҡатнашҡан бөтә кеше үҙ итә.
Һәр нәмәлә матурлыҡ тыуҙырып йәшәһәк, матурлыҡты күрә белһәк һәм уны киләсәк быуынға тапшыра ла белһәк ине.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/woman-wore-pink-makeup-and-beautifully-decorated-the-flowers-isolated-on-white_20616699.htm#query=день%20красоты&position=30&from_view=search&track=ais