Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 07:03

Һайлауҙар ғәҙел үтергә тейеш

Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Максим Беляев «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә күҙәтеүселәр эше хаҡында һөйләне.

Һайлауҙар ғәҙел үтергә тейешҺайлауҙар ғәҙел үтергә тейеш
Һайлауҙар ғәҙел үтергә тейеш

Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Максим Беляев «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә күҙәтеүселәр эше хаҡында һөйләне.

 

Белгес билдәләүенсә, йәмәғәт күҙәтеүселәренә фейктарға, ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау бурыстары йөкмәткелгән. Шунлыҡтан был эшкә иң ышаныслы кешеләр - почтальондар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡалар йәлеп ителгән.

Быйыл 10 июлдән 12 авгусҡа тиклем Йәмәғәт штабы лекторҙары Башҡортостан муниципалитеттарында күсмә уҡыу семинарҙары ойошторған. Йәмғеһе, 13 меңдән ашыу кеше әҙерлек үткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн - Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау участкалары иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем эшләйәсәк.

 

#БашкортостанВыборы2023

Автор:Загида Мусина
Читайте нас