Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 11:59

Һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш бирҙе

Ҡалалар араһында иң әүҙем һайлаусылар - Сибай һәм Стәрлетамаҡ халҡы.

Һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш бирҙеҺайлаусыларҙың 30 проценты тауыш бирҙе
Һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш бирҙе

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарата һайлау участкаларында һайлаусыларҙың 29,6% тауыш биргән. Был хаҡта «Һайлау-2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, һайлауға килеү күрһәткесе юғары булған муниципалитеттар бар. Мәҫәлән, 29 районда күрһәткес - 40%, бишәүһендә (Баҡалы, Тәтешле, Балтас, Ейәнсура һәм Борай) 50% тәшкил иткән.

Ҡалалар араһында иң әүҙем һайлаусылар - Сибай һәм Стәрлетамаҡ халҡы, уларҙа 33% һәм 31% тауыш биргән. Өфөнөң Ленин һәм Дим райондарында иң юғары һөҙөмтәләр - 21 процент.

Фото: ЦИК РБ

Автор:
Читайте нас