Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2023, 10:39

Эскән кешене дин юлына баҫтырам тиһәң...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡ берәү генә түгел.

Эскән кешене дин юлына баҫтырам тиһәң...Эскән кешене дин юлына баҫтырам тиһәң...
Эскән кешене дин юлына баҫтырам тиһәң...

«Эскелек һаҙлығына батып барған ирем махсус медицина ысулы буйынса дауаланғайны. Тәүге көндәрҙә үҙен үҙгәртеп ҡуйған кеүек ине: шул ҡәҙәр хәстәрлекле, ярҙамсыл, яуаплы... Бығаса тотонмаған эштәрен тиҙ арала башҡарып ҡуйҙы, кәртә-ҡураны йүнәтте, хатта балаларҙың спорт ярышындағы сығышын барып ҡараны. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡапыл кире үҙгәрҙе. Енләнә, ҡысҡырына, ғәйеп өйә... Эсеп кенә ҡуймаһын инде, тип ҡурҡам, көн дә хәүеф уты йотам. Дин юлына баҫтырырға ине үҙен. Тик ҡалайтып?» – тип мөрәжәғәт иткән милләттәшебеҙ.

Уға динебеҙҙә әйтелгәндәргә таянып яуап бирәбеҙ. Хаҡ юлдан тайпылған әҙәм яҡындарына бына ни тиклем ғазап, әрнеү, ыҙа килтерә... Йорт усағын һаҡларға, балаларын наҙлап үҫтерергә тейешле гүзәл зат ошондай һыҡраныуҙар кисереп, ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәргә тейешме? Ирмен тигән ир үҙенең баһаһын белергә, ғаиләһен хөрмәт итергә, яҡларға, һаҡларға бурыслы. Был – тотош милләттең, өммәттең, дәүләттең ныҡлығы нигеҙе. Ә харам юлдан китеп, түбәнселеккә төшкән ирҙәр ғаиләһен рухи яҡтан ҡаҡшатҡанын, барлыҡ көслө затҡа кире ҡараш тыуҙырыу, иленең ҡеүәтен төшөрөү ихтималлығын аңлаймы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡ берәү генә түгел. Әле мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең ире, әл-хәмдү лил-ләһ, хаҡ юлға табан боролған. Тәүге аҙым яһалған. Хәҙер инде уға ошо юлға ныҡлы баҫып, алға барыу өсөн көс кәрәк. Бындай ихтыярҙы ҡайҙан алырға? Һис һүҙһеҙ, тәү сиратта эргә-тирәңдә таҙа мөхит булдырыу зарур: яныңда һиңә яҡшылыҡ теләгән, дөрөҫ кәңәш бирә, күңелеңде үҫтерә алған, элекке яман холҡоңдо иҫеңә төшөрмәй, яңы хаҡ шөғөлдәргә, файҙалы ғәмәлдәргә ылыҡтырырға тырышҡан, барыһын да булдыра алырыңа инандырған, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер кешеләр булырға тейеш. Әҙәмде хеҙмәт тәрбиәләй. Ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр саҡ хәрәкәттә булыу зарур. Кире осраҡта күңелгә «саң» ҡуна башлауы ихтимал. Донъя – һынау йорто. Иртән уянған һәр әҙәм балаһының алдында ике юл тора: беренсеһе – Аллаһ рәхмәтенә өлгәшеү, икенсеһе – шайтанға эйәреп ситкә китеү. Иблис бит кешене һағалап ҡына тора: «йомшаҡ» яғын һиҙеү менән үҙ яғына ауҙарырға әҙер. Ә аҙаштырыу юлдары ифрат күп уның: эскелек, хәрәмгә ынтылыу, ғаиләне тарҡатыу, ата-әсәңде, туғандарыңды һанға һуҡмау, бүтәндәрҙе лә хөрмәт итмәү, отош уйындары, тәкәбберлек, уғрылыҡ...

Ошо яманлыҡтарҙан һаҡланырға, тайпылырға көс тапҡан ҡәрҙәшебеҙгә, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә артабан да көс бирһен, үҙ-үҙенә ышанысын арттырһын. Тәүге аҙымды яһағас, уның әле ике юл араһында тороп ҡалған сағылыр. Ошо урында билдәле хикмәттәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Олатай ейәненә һөйләй икән: «Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүгеһе яманлыҡты, харам юлды өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе иман, тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ яҡлы». Уйға ҡалған ейәне һорап ҡуя: «Ә ҡайһыһы еңә һуң?» Яуап шулай яңғырай: «Ҡайһыһын күберәк ашатһаң – шуныһы».

Ошо һәм башҡа хикмәттәрҙе, Ҡөрьән аяттарын, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен иҫкә алып, ике юл сатында торған кешене һаҡлыҡ менән генә хаҡлыҡ яғына ыңғайлатыу кәрәк. Был, әлбиттә, еңел эш түгел, күп көс талап итәсәк. Алда әйтелгәнсә, янында тик изгелек теләгән, барыһын да булдыра алырына ышандырған, тимәк, уны яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр тупланыуы, тик яҡшы хәбәрҙәр еткерелеүе, төрлө файҙалы шөғөлгә, хеҙмәткә ылыҡтырылыуы мөһим.

Ә «дин юлына баҫтырырға ине» тигән теләк тормошҡа ашһын өсөн ваҡыт кәрәк. Әҙәм балаһының күңеленә барыһы ла яйлап-яйлап һалына, күл дә бит тамсынан йыйыла. Динебеҙҙә көсләү төшөнсәһе юҡ. Кеше үҙе аңлап, хаҡ мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, хәләл юл менән ризыҡ тапҡан, ғаиләһен, милләтен, өммәтен, илен хәстәрләп йәшәгән өлгөлө ҡәрҙәштәренең тормошонан үрнәк алып, һығымта яһаһа, дөрөҫ йүнәлеш һайлар. Ҡәрҙәшебеҙ ҡурҡмаһын, хәүефләнмәһен ине. «Шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра».

(Д. Тәлғәтова әҙерләне).

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас