Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2023, 07:58

Йәнә битлек кейергә һәм антисептиктарҙы файҙаланырға саҡыралар

Был хаҡта Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Йәнә битлек кейергә һәм антисептиктарҙы файҙаланырға саҡыраларЙәнә битлек кейергә һәм антисептиктарҙы файҙаланырға саҡыралар
Йәнә битлек кейергә һәм антисептиктарҙы файҙаланырға саҡыралар

Башҡортостанда икенсе аҙна инде коронавирус йоҡтороуҙың артыуы теркәлә. Уҙған аҙнала республикала 259 кешелә коронавирус раҫланған. Был алдағы аҙнаға ҡарағанда 43 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина мэриялағы оператив кәңәшмәлә.

Дөйөм алғанда, уның һүҙҙәренсә, эпидемиологик хәл сағыштырмаса тотороҡло булып ҡала. Шуның менән бергә дүртенсе аҙна инде ОРВИ күрһәткестәре лә үҫә. Уҙған аҙнала Өфөлә 4595 осраҡ теркәлгән. Ул - 1407 кеше. Сирлеләр - 14 йәшкә тиклемге балалар. Бер кешелә лаборатор рәүештә А киҙеүе раҫланған.

Галина Пермина халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә, антисептиктарҙы файҙаланырға һәм эш урынын елләтергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/people-in-a-masks-stands-on-the-street_7368687.htm#query=в%20маске%20люди&position=2&from_view=search&track=ais

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас