+21 °С
Болотло


Республика синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 15 сентябрҙә, Башҡортостанда көндәрҙең һыуытыуы көтөлә.
Ағымдағы эш аҙнаһының һуңғы көнөндә беҙҙе аяҙлы-болотло көндәр көтә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, нулдән секундына биш метрға тиклем. Термометр бағанаһы төндә +6, +11° тиклем төшә, таулы райондарҙа +1° тиклем һыуыта, көндөҙ республикала уртаса һауа торошо +18, +23° буласаҡ.
Фото: Михаил ФРОЛОВ