Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2023, 15:32

Өс бала атаһын СВО-нан ҡайтарғандар

Бөгөнгө көндә Рүзил ҡатыны менән бергә өс ул тәрбиәләйҙәр.

Өс бала атаһын СВО-нан ҡайтарғандарӨс бала атаһын СВО-нан ҡайтарғандар
Өс бала атаһын СВО-нан ҡайтарғандар

Рүзилде мобилизациялағанда, уның ҡатыны өсөнсө балаға ауырлы була һәм уның кисектереү хоҡуғы булмай. Әммә ғаиләлә өсөнсө бала тыуғас, ул өлөшләтә мобилизациянан азат ителеү мөмкинлегенә эйә була.

Яугирҙең ҡатыны дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькинаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Бөгөнгө көндә Рүзил ҡатыны менән бергә өс ул тәрбиәләйҙәр: өлкәненә — 10 йәш, уртансыһына — 8, кесеһенә ни бары 4 ай.

Кисә депутат сабыйҙың тыуыуы һәм ғаилә башлығының ҡайтыуы менән ҡотларға килеп, гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгәне ғаилә башлығына рәхмәтен белдергән.

«Ирина Александровна иремдең өйөнә ҡайтыу процесын контролдә тотто һәм һәр ваҡыт бәйләнештә булды», — ти яугирҙең ҡатыны Әлфиә.

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:
Читайте нас