Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2023, 16:57

Яна Рудковская Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте

Һоҡланыуымды һүҙ менән еткереү мөмкин түгел.

Яна Рудковская Радий Хәбировҡа рәхмәт әйттеЯна Рудковская Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте
Яна Рудковская Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте

Билдәле алып барыусы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Мәскәүҙә Ҙур театрҙа ҡуйған «Садко» операһын ҡараған.

- Башҡортостан Президенты Радий Фәрит улы Хәбировҡа Ҙур театрҙағы онотолмаҫлыҡ кисә өсөн рәхмәт. «Садко» операһы - мин һуңғы йылдарҙа ҡараған иң шәп тамаша. Шедевр өсөн Асҡар Абдразаҡовҡа алҡыштар! Мине нимә менәндер ғәжәпләндереү ауыр, әммә мин был операнан бик ҡәнәғәт ҡалдым. Һоҡланыуымды һүҙ менән еткереү мөмкин түгел. Афарин! ❤ - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Яна Рудковская.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Садко» операһын былтыр сәхнәгә ҡуйғайны.

https://vk.com/bstnews?w=wall-32123466_16438

Автор:
Читайте нас