Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2023, 09:44

Бөрйән районында бер әҙәм Аҡбуҙат һәйкәленә менеп ултырған

Был хаҡта Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин хәбәр иткән.

Бөрйән районында бер әҙәм Аҡбуҙат һәйкәленә менеп ултырғанБөрйән районында бер әҙәм Аҡбуҙат һәйкәленә менеп ултырған
Бөрйән районында бер әҙәм Аҡбуҙат һәйкәленә менеп ултырған

Был хаҡта Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин хәбәр иткән.

«Йылҡысыҡҡан күле янындағы Аҡбуҙат һәйкәле – башҡорт эпостары һәм риүәйәт-легендаларын ташта мәңгеләштереүгә ынтылған тәүге монументаль проект. “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостары – меңәр йыл әүәлдән килгән мифологиябыҙҙы үҙ эсенә алған, башҡорттарҙың боронғолоғон иҫбатлаған уникаль ҡомартҡы.

Һәм ошо ҡомартҡыға ҡуйылған һәйкәлгә менеп ултырыу түгел, уға килгәндә тарихыбыҙҙы хөрмәт итеп, уйланып килеү кәрәктер. Берәй ваҡыт ошондай варварҙар өҫтөнә менеп ултырыр ҙа, “батырлығын” фотола мәңгеләштерер тип уйламағандыр. Аҡбуҙатты тапау – тарихыбыҙҙы, мираҫыбыҙҙы тапау, минеңсә.

Тарихыбыҙға иғтибарлы булайыҡ әле.
Үҙебеҙҙе иң элек үҙебеҙ хөрмәт итәйек».

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:
Читайте нас