+21 °С
Болотло


Ирәмәл тауында юғалған туристы эҙләгән вертолет Өфөгә ҡайта, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәне.
«Ҡотҡарыусылар юғалған туристы эҙләүҙә биләмәне тикшереүен дауам итә», - тиелә белдереүҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатын бөгөн көндөҙ Ҙур Ирәмәл тауынан төшкәндә юғалғайны.
Фото: Григорий Белозеров / АиФ