Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2023, 13:57

Бешмәк йыйыусыларҙы айыу талаған

Кешеләр ышанһын өсөн...

Бешмәк йыйыусыларҙы айыу талағанБешмәк йыйыусыларҙы айыу талаған
Бешмәк йыйыусыларҙы айыу талаған

Башҡортостанда йәшәүселәргә интернет селтәрендә Ишембай районының Этҡол ауылында бәшмәкселәрҙе талаған айыу булыуы хаҡында мәғлүмәт ебәрелә. Кешеләр ышанһын өсөн таланған ир менән ҡатындың, шулай уҡ йөк машинаһының кузовында ятҡан айыуҙың фотоларын ҡуялар.

Әммә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ла, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ла быны раҫламанылар. Билдәле булыуынса, был фотоһүрәттәр 2016 йылдан алып интернет селтәрендә йөрөй һәм Башҡортостанға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.

Фото: АиФ

Автор:
Читайте нас