Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Сентября 2023, 07:56

Ирәмәлгә менгән туристы тапҡандар

Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 16 сентябрҙә кисен хәбәр иттеләр.

Ирәмәлгә менгән туристы тапҡандарИрәмәлгә менгән туристы тапҡандар
Ирәмәлгә менгән туристы тапҡандар

Ирәмәлгә менгән ваҡытта юғалған турист иҫән-һау табылған. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 16 сентябрҙә кисен хәбәр иттеләр.

- Ҡатынды Ягодная тауында ирекмәндәр тапҡан. Уның менән барыһы ла яҡшы, медицина ярҙамына мохтаж түгел. Ҡотҡарыусылар кире ҡайта, - тип аңлаттылар ведомствола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатын Ҙур Ирәмәлдән Бәләкәй Ирәмәлгә төшкән саҡта юғала. Эҙләүгә шунда уҡ Усть-Ҡатауҙан ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар ҙа ҡушыла,  вертолетта ла эҙләйҙәр һәм хатта пилотһыҙ аппараттар йәлеп итергә йыйынғандар, әммә, бәхеткә күрә, турист тиҙ арала табылған.

Фото: МЧС РБ

Автор:
Читайте нас