+21 °С
Болотло


Борай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамында «Етендән алып күлдәккә тиклем» тип аталған белем биреү-остазлыҡ проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, тиелә Борай районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә.
Проектҡа ярашлы, балаларға һәм өлкәндәргә 26-шар өҫтәл станогы һатып алынған. Ҡатнашыусылар район китапханаһы майҙансыҡтарында һәм проекттың парнеры булған Борай мәҙәниәт йортонда туҡыусылыҡ техникаһы буйынса уҡыуҙар үтәсәк. Практиканан һуң яңы оҫталар райондың 13 ауыл биләмәһендәге йыһазландырылған станоктарҙа һәм ижади майҙансыҡтарҙа урындағы халыҡты уҡыта башлаясаҡ.