Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 20:45

41 йәшлек Илмир Биктимеров хәбәрһеҙ юғалған

Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса...

41 йәшлек Илмир Биктимеров хәбәрһеҙ юғалған
41 йәшлек Илмир Биктимеров хәбәрһеҙ юғалған

Башҡортостанда 41 йәшлек Илмир Биктимеровты эҙләй башланылар. Уның юғалыуы хаҡында «Лиза Алерт» ирекмәндәре хәбәр итте.

Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса, ир 10 сентябрҙә юғалған. Уның Өфөлә йәки Нефтекамала булыуы ихтимал, тип фаразлана, ләкин ирекмәндәр Илмир Биктимеровтың Башҡортостандың һәр ҡалаһында булыуы ихтимал тип инҡар итмәй.

Билдәләре: буйы 180 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа сәсле, һоро күҙле.  Яҡты һоро спорт костюмы, аҡһыл һоро кроссовка кейгән.

Әгәр һеҙгә юғалған кешенең ҡайҙа икәнлеге хаҡында берәй мәғлүмәт билдәле булһа,  8-800-700-54-52 ошо номер буйынса  буйынса  мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фото: Лиза Алерт. Башкортостан

Автор:
Читайте нас: