+19 °С
Болотло
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүселәр тауҙан килеп төшкән ике айыуҙы видеоға төшөрөп алған.
«Ауыл ир-егеттәре автомобиль һәм мотоцикл менән айыуҙарҙы урманға ҡыуып ебәрҙе», – тип хәбәр итә урындағы халыҡ.
Әгәр тораҡ пункт янында айыу күрһәгеҙ, был хаҡта "112" берҙәм телефонынан шылтыратып хәбәр итегеҙ. Һуңғы ваҡытта айыуҙарҙың ауылдарға яҡынлау осраҡтары йышайҙы. Һаҡ булығыҙ!
https://vk.com/bstnews