Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2023, 05:16

12 йәшлек үҫмер ҡыҙ юғалған

Күк джинсы куртка, һоро толстовка, күкһел-аҡ салбар, асыҡ кроссовка кейгән.

12 йәшлек үҫмер ҡыҙ юғалған12 йәшлек үҫмер ҡыҙ юғалған
12 йәшлек үҫмер ҡыҙ юғалған

Башҡортостанда ирекмәндәр «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «БашРегионСпас» төркөмөндә 21 сентябрҙә кисен юғалған 12 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүҙәре хаҡында хәбәр итте. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфө ҡыҙы Азалия Миңлеғәлиева 21 сентябрҙә өйөнән сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. 

Билдәләре: буйы 163 сантиметр, алһыу төҫмөрлө һарғылт сәсле, күҙҙәре ҡара-йәшел. Күк джинсы куртка, һоро толстовка, күкһел-аҡ салбар, асыҡ кроссовка кейгән.

Ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:
Читайте нас