Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2023, 05:20

Башҡортостанда ялған алкоголь етештереүселәрҙе тотҡандар

Унда мигрант-таджиктар эшләгән...

Башҡортостанда ялған алкоголь етештереүселәрҙе тотҡандарБашҡортостанда ялған алкоголь етештереүселәрҙе тотҡандар
Башҡортостанда ялған алкоголь етештереүселәрҙе тотҡандар

Башҡортостанда мигрант-таджиктар менән ялған алкоголь етештереүселәрҙе тотҡандар.

«Хортиця», «Царская Марка», «Белуга», «Ледокол» һәм «Finski Ice»  этикеткалары менән  республиканың сауҙа селтәрҙәренә таратылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, алкоголь партияһын шулай уҡ Түбәнге Новгород, Һамар, Силәбе өлкәләренә, Татарстанға һәм башҡа төбәктәргә ебәрелгән.

Йәшерен селтәрҙе мигрант хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын түләмәүгә ялыуҙары буйынса енәйәт эшен тикшереү барышында тапҡандар.

Келәттәрҙәге тентеү ваҡытында 71 мең шешә араҡы менән, 165 мең буш, 120 рулон этикеткалар һәм 4 рулон акцизлы маркалы шешә табылған.

Алкоголь ике линияла эшләнгән: бер ерҙә спиртҡа һыу менән бутағандар, икенсеһендә шешәләргә тултырғандар.

41 йәшлек урындағы йәшәүсе производство менән идара иткән. Хәҙер ул да, уның алты хеҙмәткәре лә ҡулға алынған. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Фото: Виктор Крутов / АиФ

Автор:
Читайте нас