

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” күләмле акцияһы сиктәрендә Үтәгән ауылы халҡы хәрбиҙәргә сираттағы ярҙам күрһәткән. Был хаҡта Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге хәбәр итә.
“Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә яугирҙәргә тыуған яҡ күстәнәстәрен ебәрә. Улар оҙатҡан әйберҙәр, тәүге сиратта, һуңғы ваҡытта район бренды булараҡ билдәлелек яулаған Үтәгән ҡабағы менән бәйле. Күптән түгел генә үтәгәндәр махсус операция зонаһына ҡабаҡтан ҡайнатмалар ебәргәйне, ә хәҙер инде хужабикәләр цукаттар киптергән.
Ҡабаҡ цукаттары – кәнфиттәрҙе алмаштыра, татлы һәм тәмле ризыҡ. Ҡабаҡ еҫе һиҙелмәгән, еңелсә генә карамель тәме килгән, яҡшы текстуралы, үҙенсәлекле мармелад, тип атарға ла мөмкин.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был тәмлекәстәр еңел генә әҙерләнә. Бының өсөн ҡабаҡ һәм сироп өсөн аҙ генә шәкәр ҡомо кәрәк. Теләк буйынса цитрустар һәм тәмләткестәр ҡушырға була.
Әлбиттә, ауылдаштарының барлыҡ башланғыстарын ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова хуплап ҡабул итә. “Ағиҙел һылыуҙары” вокаль ансамбле ағзалары менән бергә улар бөтә эштәрҙе лә еренә еткереп башҡара. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙарҙың был эштәргә ирҙәрҙе лә йәлеп итеүе ауылда сәләмәт тормош алып барыуға ҙур этәргес булып тора. Эш менән мәшғүл булған ауыл халҡының насар хәҙәттәргә ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай.
Үтәгән ауылы халҡының ярҙамы – изгелектең һәм илһөйәрлектең сираттағы өлгөһө. Ошо мәлдәрҙә Тыуған илебеҙ мәнфәғәте өсөн батырҙарса көрәшеүселәргә ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ”, – тип яҙалар Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлегенән.
https://vk.com/kurultaibashkir?trackcode=7153031cjafre6jP3ZLMmRb-jBfVzw4cS9CS6VD1njP50nOvzqk5xlf9epKy69uRDfG_Gd78PAZ73pDxU-mEM-jYLNuv&z=photo-109622739_457329768%2Fwall-109622739_71398