Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2023, 05:43

"Йыл уҡытыусыһы" конкурсында Башҡортостандың данын математика уҡытыусыһы яҡлаясаҡ

Еңеүсенең исеме 5 октябрҙә, Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә иғлан ителәсәк.

"Йыл уҡытыусыһы" конкурсында Башҡортостандың данын математика уҡытыусыһы яҡлаясаҡ"Йыл уҡытыусыһы" конкурсында Башҡортостандың данын математика уҡытыусыһы яҡлаясаҡ
"Йыл уҡытыусыһы" конкурсында Башҡортостандың данын математика уҡытыусыһы яҡлаясаҡ

2023 йылда «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсында Башҡортостан исеменән Өфөнөң 39-сы гимназияһынан математика уҡытыусыһы Артем Баянов сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы.

Конкурстың йомғаҡлау этабы 20 сентябрҙән 5 октябргә тиклем Мәскәү өлкәһендә уҙа. Финалда Рәсәйҙең 89 субъектынан төбәк этаптарында еңеүселәр ҡатнашасаҡ.

Еңеүсенең исеме 5 октябрҙә, Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә иғлан ителәсәк.

Фото: Минобр РБ

Автор:
Читайте нас