Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2023, 07:05

Фургонда бикләп ташланған быҙауҙарҙы өйҙәренә ҡайтаралар

Улар аслыҡтан һәм һыуһауҙан баҡырып торғандар.

Фургонда бикләп ташланған быҙауҙарҙы өйҙәренә ҡайтараларФургонда бикләп ташланған быҙауҙарҙы өйҙәренә ҡайтаралар
Фургонда бикләп ташланған быҙауҙарҙы өйҙәренә ҡайтаралар

Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитетында ташландыҡ быҙауҙар менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙеләр. Бөгөн өфөләр социаль селтәрҙә Урман техникумы урамындағы "Газель" йөк машинаһы фургонында  12 сәғәттән ашыу быҙауҙар булыуы хаҡында хәбәр итте. Улар аслыҡтан һәм һыуһауҙан баҡырып торғандар.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, быҙауҙарҙы Алтай крайынан алып ҡайтҡандар, һуңғы тапҡыр Ҡурғанда ашатҡандар. Өфөлә водитель, хайуандарҙы машинала ҡалдырып, ял итергә киткән. Туҡтаған арала быҙауҙарҙы урында йәшәүселәрҙең береһе ашатып алырға була, ул уларға һыу һәм икмәк бирә.

Ветеринария буйынса дәүләт комитетында быҙау хужалары менән бәйләнешкә инеүҙәрен хәбәр иттеләр, һәм улар быҙауҙарҙы өйҙәренә ҡайтарырға булған.

«Хайуандар менән дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт инспекторҙары оҙатып йөрөй. Хужаларға штраф һалына», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға ветеринария буйынса дәүләт комитетында.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас