Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2023, 15:28

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһында үткән Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2023» профессиональ конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһында үткән Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2023» профессиональ конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ, Нефтекама башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина ла бар. Ул республикабыҙ исеменән абруйлы конкурста лайыҡлы сығыш яһап, почетлы өсөнсө урын яуланы. Ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Икенсе урында - Коми Республикаһынан Елена Расовая, беренселә - Владимир өлкәһенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Артем Гусев.
Әйткәндәй, бүләкләү тантанаһын яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов алып барҙы.

Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» һөнәри конкурсын Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы үткәрә. Бәйгенең маҡсаты - туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыларына ярҙам итеү, был фәндәрҙе уҡытыуҙың алдынғы тәжрибәһен таратыу. 2022 йылда «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсында Төньяҡ Осетия - Алания Республикаһынан Яна Бекоева еңеү яулаған.

Быйыл конкурста 104 ҡатнашыусы көс һынашты: 72 уҡытыусы һәм 32 тәрбиәсе «иң яҡшы» тигән исем һәм үҙ төбәгендә конкурсты ҡабул итеү хоҡуғы өсөн көрәште. Башҡортостандан 202-се Өфө полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева һәм Нефтекама башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина сығыш яһаны.
Гөлсинә Ишбаева "Иң яҡшы дәрес", "Иң яҡшы медиавизитка" номинацияһында билдәләнде, конкурс лауреаты булды.

Конкурста Силәбе өлкәһенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфера Шафранская һәм башҡорт төркөмөндә эшләүсе тәрбиәсе Лариса Шахова ла ҡатнашты.

 

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас