Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
23 Сентября 2023, 14:35

«Шүлгәнташ»та туй!

Бөгөн «Шүлгәнташ» музейы тарихында беренсе туй! Йәштәрҙе ҡотлайыҡ. Хәйер, кемдәр улар, тиерһегеҙ? Шәп йәштәр!

«Шүлгәнташ»та туй!«Шүлгәнташ»та туй!
«Шүлгәнташ»та туй!

 

 

Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй егете Ғәзизйән Сафин менән Әбйәлил һылыуы Гүзәлиә Вәлиева сәстәрен сәскә бәйләй.
Бөрйәндә музей асылыуы йәштәрҙең тормошонда ҙур үҙгәрештәргә килтерҙе.

Мәскәүҙә юғары техник белем алып ҡайтҡан Ғәзизйәнгә музей тыуған яғында төпләнеп ҡалырға мөмкинлек бирҙе. Ул – инженер, комплекстағы бөтә медиа һәм интерактив өсөн яуаплы. Ә музей фондын теүәлләгән Гүзәлиә Өфөләге офистан бында эшкә күсте. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музейы-ҡурсаулығының өмөтлө йәш белгестәре бөгөн яңы тормошҡа аяҡ баҫа...
-Йәш коллегаларымды туйҙары айҡанлы ихлас ҡотлайым, һаулыҡ, именлек, эштәрендә уңыштар теләйем. «Шүлгәнташ» музейы һеҙҙең ярҙам менән һәр ваҡыт гөрләп эшләп торһон, донъя кимәлендә танылған мәҙәниәт һәм тарих усағы булһын! – тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите

 

 

 

Автор:
Читайте нас