Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2023, 12:01

Яугирҙәргә – 200-гә яҡын тоҡ картуф!

– Беҙҙән барлығы 25 ир-егетте мобилизацияланылар.

Яугирҙәргә – 200-гә яҡын тоҡ картуф!Яугирҙәргә – 200-гә яҡын тоҡ картуф!
Яугирҙәргә – 200-гә яҡын тоҡ картуф!

Иглин районының Келәш ауылы халҡы яугирҙәре өсөн картуф унышын йыйған. Унан тыш улар һуған, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ та үҫтергән. Быларҙың барыһы ла Үктәй ауылы советы депутаты Салауат Мостафиндың һәм яҡташтарының инициативаһы буйынса башҡарылған.

– Беҙҙән барлығы 25 ир-егетте мобилизацияланылар. Хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ: аҡса йыйып һәр береһенә унар мең аҡса күсерҙек, посылкалар, кәрәк-яраҡтар ебәреп торабыҙ. Ә инде һуңынан уларға тип уңыш үҫтерергә булдыҡ – ике йөҙ тоҡ самаһы картуф ҡаҙып алдыҡ. Бар район халҡына рәхмәт», – тип бүлешкән Салауат Мостафин.

Улар бының менән генә туҡталып ҡалырға уйламай, киләһе йыл да мул уңыш йыйып алырға ниәтләй.

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:
Читайте нас