Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2023, 11:10

15 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр

Ул өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.

15 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр15 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр
15 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр

Өфөлә 15 йәшлек Ләйлә Сафинаны эҙләйҙәр. Был хаҡта «БашРегионСпас» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды активистары һөйләне.

Үҫмерҙе кисәнән бирле эҙләйҙәр, ул өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ҡыҙҙың билдәләре: буйы - 169 сантиметр,  тулы кәүҙәле, ҡара сәстәре ҡулбашына тиклем һәм аҡ-һоро күҙле. Капюшонлы ҡара толстовка, спорт салбары һәм кроссовкалар кейгән.

Ирекмәндәр үҫмерҙең ҡайҙалығын белгәндәрҙе 8 (937) 3-102-112 йәки 112 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.

Фото: Соцсети

 

Автор:
Читайте нас