Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2023, 12:03

Донъя яҡтырып киткәндәй булды

Махсус хәрби операциянан яҡын туғанын көткән кеше өсөн ошонан да ҡыуаныслыраҡ хәбәр юҡтыр.

Донъя яҡтырып киткәндәй булдыДонъя яҡтырып киткәндәй булды
Донъя яҡтырып киткәндәй булды

Махсус хәрби операциянан яҡын туғанын көткән кеше өсөн ошонан да ҡыуаныслыраҡ хәбәр юҡтыр. Кисә Өфөгә хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән Салауат Юлаев исемендәге батальон һалдаттары ялға ҡайтып төштө. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғәтиов хәбәр итә:

«Һеҙҙе тыуған яҡта сәләмләйем. Һау-сәләмәт булыуығыҙға бик шатбыҙ. Һеҙҙең менән бөтә республика ғорурлана. Һеҙ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ һәм беҙҙең Ватаныбыҙҙы һаҡлайһығыҙ. Барығыҙға ла яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ янында яҡшы ял итеүегеҙҙе теләйем», — тине Ирек Сәғитов.

https://vk.com/bstnews

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас