Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
29 Сентября 2023, 15:55

"Гүзәлиә киленгә һыу юлын күрһәттек"

Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
"Гүзәлиә киленгә һыу юлын күрһәттек""Гүзәлиә киленгә һыу юлын күрһәттек"
"Гүзәлиә киленгә һыу юлын күрһәттек"

Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында күркәм йола атҡарылған - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре урындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, "Һомай" вокал ансамбле ағзалары менән берлектә йәш киленгә һыу юлын күрһәткән.

"Законлы никахҡа ингән матур парҙы - Гүзәлиә менән Ғәзизйән Сафиндарҙы Һарыла шишмәһе янында йыр-моң менән ҡаршы алдыҡ. Зифа апай Юлсурина һәм Тәнзилә апай Йәнғәлина килендең биҙрәләрен шишмә һыуы менән тултырғас, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәштәргә иң изге теләктәрен еткерҙе. Уларҙың күңелендә был көн иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын!" – тиелә Ғәҙелгәрәй ауылы китапханаһы төркөмөндә.

Автор:
Читайте нас