+21 °С
Облачно


Белорет районының Йөйәк ауылынан артист, гармунсы Алмас Хужиндың яуҙа һәләк булыуы бөтә республиканы ҡайғыртты. Уның гармунда уйнап төшөргән видеояҙмаһын йөҙҙәрсә мең кеше ҡарағайны. Бынан тыш, Алмаз Хужин оҫта бейеүсе лә булған.
— Һуңғы һөйләшеүҙә ул яңғыҙ бейеү менән килеп, гран-при алырға вәғәҙә бирҙе... Тик яҙмыштың беҙ көтмәгән икенсе пландары булған! Алмас Хужин махсус хәрби операцияла һәләк булды. Мин йөрәгемде ҡулыма тотоп, тамашасыларға уның һуңғы бейеүен иғлан итәм... Тыныс йоҡла, һөймәлекле, халыҡсан замандашым! Урының ожмахтың иң түрендә булһын! – тип яҙған «Ҡурай» каналы етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Башҡорттар-БСТ