Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Октябрь 2023, 11:42

Батырлығы ҡалды халыҡ хәтерендә

Мәктәптән һуң Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына алынған, ә һуңынан Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән.

Батырлығы ҡалды халыҡ хәтерендәБатырлығы ҡалды халыҡ хәтерендә
Батырлығы ҡалды халыҡ хәтерендә

«Za ПацанOV» телеграм-каналы Башҡортостандан кесе сержант Илдус Бәхтигәрәев тураһында яҙып сыҡты. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ 2022 йылдың 19 июлендә махсус операцияның хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған.

Илдус Бәхтигәрәев 1978 йылда Ҡариҙел районының Подлуб ауылында тыуған. Ул шат күңелле кеше ине, тип хәтерләй уны яҡташтары. Илдус спорт менән әүҙем шөғөлләнгән. Мәктәптән һуң Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына алынған, ә һуңынан Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән.

«Бах» позывнойлы яҡташыбыҙ десантсылар ротаһы командиры булған. Яугир, барлыҡ һауа десантсылары кеүек үк, илһөйәрлек, хәрби антына һәм бурысына тоғролоҡ өлгөһө булып тора.ъ

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас