

Нимә сыҡһа, шул Фәнистән сыға – йә мәсет һалдырып, зыярат кәртәләтеп йөрөй, 13 йыл рәттән район һабантуйҙарында яҙғы сәсеү эштәрендә беренселекте биргәне юҡ, бойҙай-һолоһо ҡоролоҡ йылда ла ярайһы уңыш бирә, 2006 йылдан 6 кешене эшле итеп, ауылдың, райондың тормошо эсендә ҡайнап, яңылыҡҡа, матур йәшәүгә ынтылып йәшәй.
Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы уҙаманы, донъя тотҡаһы булыр ир-ат, уңышлы ғына эшләп килгән фермер, ғөмүмән, шәп кеше хаҡында булыр был бәйән.
Ояһында ни күрһә,
осҡанда – шул
Сәйәхов Фәнис Мотаһар улы 1968 йылдың 11 декабрендә Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Тәүҙә тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡый, 1986 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай, көҙгә хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Белоретта ДОСААФ-ҡа шоферлыҡҡа уҡырға китә.
1987 йылдың 2 майында райондан 11 егет Совет Армияһы сафтарына алына, шуларҙың унауһы Афғанстанға эләгә, 6-һы бер мәктәптән (класташтар: Фәнис Сәйәхов, Ринат Мөхәмәтғәлин, Хәйҙәр Мирасов, Хәбир Ғазин, Әсҡәт Вәлиев, Фазыл Мостафин) һәм ДОСААФ-та бергә уҡыған райондаштары Радик Ҡасимов, Рөстәм Сәғитов, Абзал Сирбаев Батумиҙа учебкала бергә булалар, 5 ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Афғанстанға Баграмға ебәреләләр. Фәнис һауа-десант ғәскәрҙәренең айырым 345-се полкында хеҙмәт итә, егермегә яҡын хәрби операцияла ҡатнаша.
Фәнис 1989 йылдың 11 февралендә Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарышыуҙа ҡатнаша. Хеҙмәтен Әзербайжан Республикаһының Кировобад ҡалаһында тамамлай. Хеҙмәте "Батырлыҡ өсөн", "Рәхмәтле афған халҡынан"миҙалдары менән баһаланған.
Кеше матур эше менән
Бөгөнгө көндә Фәнис – районда ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп килгән алдынғы фермер, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. “Фәнис Сәйәхов” КФХ-һы 13 йыл рәттән яҙғы баҫыу эштәрендә, көҙгө уңыш йыйыуҙа беренселекте бирмәй, иген культураларынан мул уңыш ала. Уның тырышлығы менән Мәһәҙейҙә мәсет төҙөлдө, зыярат кәртәләнеп алынды. Фәнис Мотаһар улы ауыл, район тормошо эсендә ҡайнап эшләй һәм йәшәй. “Бөрйән шуравиҙары”тигән китапты сығарыу ҙа – уның һәм дуҫы – афғансы Садиҡ Сәғитовтың идеяһы. 91 райондаш шурави (афғансы) хаҡында мәғлүмәт йыйылып, баҫмаға әҙерләп тапшырылып, инде китаптың сигнал варианты ҡулға алынған инде. Хәләл ефете, Мораҙым ҡыҙы Алһыу Хәсән ҡыҙы менән ауылдың Ҡамышаҡ тигән хозур тәбиғәтле ерендә хан һарайындай донъя төҙөп, һәр эштә, башланғыста бер-береһенә терәк һәм таяныс булып, бик матур ғүмер итәләр.
Замандан артта ҡалмау шарт
Мәһәҙейҙәр автоһауыу аппараты менән бейә һауып, ҡымыҙ бешеп ята, тигән яңылыҡты ҡолаҡ ишетһә лә, аң ҡабул итеңкерәмәйерәк торҙо бер ҡауым. Башҡорт барып күрмәй, тотоп ҡарамайынса ышанмай, тигәстәре, барҙыҡ, күрҙек былтыр уҡ Фәнистең тағы бер яңы эшен. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күргәнең хуп шул. Былтырҙан алып байтаҡ һыуҙар аҡты – быйыл да ҡымыҙныйҙа эш гөрләй. Беҙ барғанда йылҡы көтөүсеһе Әсғәт Ҡарасурин өйөрөн әүеҫлек тапҡырына өйөрөп, тегеләре сират һаҡлап, күндәм генә һауыла торған ергә инеп маташа ине. Бәй, бер-ике һауынсыны еңел алмаштыра икән был “тимер еңгә” – бейәләр һауыла тора, арғы ишектән сыға тора. Иң мөһиме – һөткә сүп-сар төшмәй һәм эш еңел башҡарыла.
– Бейә ҡолонлап бирҙе, шөкөр. Йылҡы көтһәк тә, ҡымыҙ етештерергә теләк булһа ла, нисектер тотонорға йөрьәт итмәй йөрөнөк тә, былтыр, Аллаһҡа тәүәккәлләп, эш башланыҡ. Баймаҡтағы Мансур Рәхимов ҡоҙанан күреп ҡыҙғайным был эшкә, уны ауылға саҡырып, ул дүрт көн ятып беҙҙе автоһауыу аппаратының серҙәренә өйрәтте.
Яҙғы сәсеү эштәренән һуң ялан кәртә эшләнек. Бейәләрҙе индереп һауырға әүеҫлекте егеттәр матур итеп эшләп ҡуйҙы. Башын ябып, бүлемдәр бүлгәс, бына тигән килеп сыҡты. Белореттан 34 мең һумға “ Һөт фермаһы” тигән аппарат барып алып ҡайттыҡ.
Былтыр 13 июндә ҡымыҙныйҙа эш башлағайныҡ. Илдар Дәүләтшин көнөнә өс һауҙы бейәләрҙе. Ғәлиәкбәр уҙаманы Самат Сабитовтан йүкә көбөләр эшләтеп алдыҡ. Көндәлек һауым 45–50 литр тирәһе ине, быйыл бейәләребеҙ ҙә күберәк – 25 баш һауын бейәһе бар. Ҡыҙыбыҙ Нәркәс Магнитогорск дәүләт- техник университетын тамамлап, бер йыл эшләп тә өлгөрҙө. Әле отпускыға ҡайтҡан осоронда ла буш ятмай, беҙгә ярҙам булһын тип, бейәләрҙе һауырға сыҡты. Аппаратта Наил Латипов менән һауа һалып алалар. Көнөнә өс тапҡыр һауыла бейәләр, көндәлек һауым – 80 литр. Ҡымыҙҙы Алһыу бешә. Көнөнөкө көнөнә бөтөп тора. Юлаусылар ҙа һуғылып ала, заказ да бирәләр. Күбеһенсә үҙебеҙҙең эшселәрҙең ғаиләләре, ауылдаштар алып эсә ҡымыҙҙы”, – ти Фәнис Мотаһар улы.
Сәйәховтар Салов тигән урыҫтың йортон ҡуртымға алған. Элекке ферма биләмәһен таҙалап, үҙенә беркетеп алған Фәнис. Үҙенә күрә офис өйө лә, мунсаһы ла бар. Ауыл хужалығы техникаһы лапаҫ аҫтында – ҡорола ултыра. Ҡарауылсы вазифаһын видеокүҙәтеү башҡара. 2006 йылда шәхси эшҡыуар булып эш башлап, 2015 йылдан КФХ булып үҙгәргән Фәнистең эштәре, шөкөр, ырап бара.
Тырыш, уңған, үҙ эшен еренә еткереп эшләгән һәм хәмер менән дуҫ булмаған коллектив туплап алған ул. Ғүмере буйы ферма юлын тапап, алыштырғыһыҙ көтөүсе, ферма эшсеһе булған атаһының юлын ҡыуған Наил Мөхәмәт улы – Раббыһынан тәғәйенләнеш буйынса көтөүсе, мал йәнле кешелер ул. Улай ғына ла түгел, Фәнис Мотаһар улы баһалауынса, иң ҙур, шәп начальник – бөтә эште өйөрөлтөп алып барыусы төп кеше. Эйе, уңғандарҙың эше лә уң, ашы ла мул. Мәһәҙей фермеры Фәнис Сәйәховты һәм уның тырыш командаһын ошонан айырмаһын, өҫтәп бирһен!
Тырыштың эше уң
Аграрийҙар өсөн иң яуаплы осор – йәйҙең ҡышты туйҙырыр һәр көнөнән файҙаланып ҡалыу. Районыбыҙҙың алдынғы КФХ-ларынан һаналған Фәнис Сәйәхов хужалығында эштең уттай ҡыҙыу мәле. 8—9 июлдә үк бесәнгә төшөп, Күҙгәнәк, Алтымөйөш, Симунда 20 га тирәһе майҙанда костер, люцернаны сабып, киптереп, төргәктәргә урап та алғандар. Аҙна эсендә хужалыҡтың инде 400 ц тирәһе бесәне бар. Төргәкләүҙә Фәнис Мотаһар улы үҙе һәм Азамат Тимерғәлин йөрөһә, Артур Аҫылбаев, Илшат Шаһимырҙанов – тырмала. Бөгөнгө көндә Фәнис Сәйәхов КФХ-һы хужалыҡ өсөн мал аҙығын әҙерләп алған, тип әйтергә була.
Салт аяҙ торған көндөң дә минут эсендә үҙгәреүе ихтимал – мәһәҙейҙәр шуға эште ҡыҫҡа тотоп, аяҙҙың һәр сәғәтенән файҙа сығарып ҡалыу өҫтөндә.
Эпилог урынына
Эйе. Һәр кем үҙенә Раббыһынан тәҡдирләнмеш ғүмерен үҙенсә үткәрә. Берәүҙәргә тормошта үҙ урынын табыу, шәхес булып формалашыу өсөн тиҫтә-тиҫтә йылдар кәрәк булһа, икенселәр үҙҙәрен тиҙ таба – хәләл хеҙмәттә, ғаиләһенә, кешеләргә, ауылдаштарына файҙа килтереүҙә. Мәһәҙей ауылы шуравийы (Афғанстанда хеҙмәт итеүселәрҙе шулай атайҙар) Фәнис Сәйәхов – һуңғылар иҫәбендә. Кеше матур эше менән, тигән мәҡәл-әйтем нәҡ уның хаҡында.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.