

Константин Мәскәүҙән тыуған ҡалаһы Кемеровоға ҡайта һәм таксист булып эшкә урынлаша. Белеме буйынса ул иҡтисадсы һәм оҙаҡ ваҡыт Мәскәү компанияларының береһендә аналитик булып эшләй, әммә күптән түгел тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Бер нисә аҙна элек мәктәп уҡытыусыһын алып килгәндә улар һөйләшеп китә. Уҡытыусы уға күпме аҡса алыуын һөйләй. Водитель аңлатыуынса, был сәфәр уның өсөн мөһим ваҡиға була, сөнки ул Рәсәйҙә уҡытыу хеҙмәте шул тиклем түбән баһалана тип уйламаған да.
"Мин, дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың шул тиклем аҙ эш хаҡы алыуын белмәй инем. Сөнки уҡытыусы -ул киләсәк булдырыусы", - ти Константин. Шунда уға мәктәп, балалар баҡсаһы һәм университет уҡытыусыларын бушлай йөрөтөү идеяһы килә.