

Өфөнән 46 йәшлек Айгөл Аллағолова «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы сафына баҫҡан. Былтыр улы һәләк булғас, ул махсус хәрби операция зонаһына юлланған.
Альберт Аллағолов Өфө кадет корпусын, нефть университетын тамамлаған. Бала сағынан уҡ хәрби хеҙмәт тураһында хыялланған.
Уҡыуын тамамлағас, контракт төҙөгән. Хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Яҡташыбыҙ йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Альберт Аллағолов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Әсәһе Айгөл Аллағолова махсус операцияла ҡатнашыу өсөн хәрби ашнаҡсы курстарын үтеп, 11 июндә контракт төҙөгән, ләкин икенсе ғәскәрҙең часына эләккән.
"Ошо хаҡта республикабыҙ башлығы белеп ҡалғас (Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт), республика башлығы вәкиле Алик Камалетдинов бында килде. Шунан мине үҙ полкыма күсерҙеләр", - ти ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙ.
Иҫән-һау йөрө, Айгөл!
https://ok.ru/telekanalsalyam/topic/156717319710095