Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Октябрь 2023, 15:13

УЛАР ӘЛЕ САФТА...

Уларға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, яҡты тормош теләйбеҙ!

УЛАР ӘЛЕ САФТА...УЛАР ӘЛЕ САФТА...
УЛАР ӘЛЕ САФТА...

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Миңзәлә һәм Мәүлимбирҙе Нәзировтар бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған, хәҙер инде хаҡлы ялдағы хөрмәтле уҡытыусылар. Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы Ҡауарҙы урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар етәксе булып намыҫлы эшләне, математика һәм информатика дәрестәрен уҡытты. Ул директор булып эшләү осоронда Ҡауарҙы мәктәбе районда ғына түгел, республика буйынса алдынғы белем усағы һаналды. Миңзәлә Миңлеғәли ҡыҙы иһә оҙаҡ йылдар балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирҙе, рус классиктары әҫәрҙәренә һөйөү тәрбиәләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл мәҙәниәт һарайында һәм китапханала тырышып эшләне, йәштәргә өлгө булды. Әлеге көндә Ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа ауылым, халҡым,тиеп йән атып, изге эштәре, төплө кәңәштәре менән ярҙам итеп, йәш быуынға терәк һәм өлгө, кәңәшсе булып йәшәй Нәзировтар. Уларға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, яҡты тормош теләйбеҙ!

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас