Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 16:45

Балтика буйынан ҡунаҡ ҡаршыланыҡ

Ошо көндәрҙә Миәкә районының Илсеғол ауылында матур ваҡиға булған...

Балтика буйынан ҡунаҡ ҡаршыланыҡБалтика буйынан ҡунаҡ ҡаршыланыҡ
Балтика буйынан ҡунаҡ ҡаршыланыҡ

Ошо көндәрҙә Миәкә районының Илсеғол ауылында матур ваҡиға булған: ошо ауылда легендар Керчь исемле атҡа һәйкәл ҡуйыуға булышлыҡ иткән, матди ярҙам күрһәткән Финат Ғәзизов ҡунаҡҡа килгән.

Финат Ғәзизов – Латвия башҡорттары ҡоролтайы рәйсе урынбаҫары. Ул Бүздәк районы Ахун ауылынан. Отставкалағы полковник, оҙаҡ йылдар Риганың криминаль полицияһының баш идаралығында эшләгән. Эштән буш ваҡытында башҡорт диаспораһында йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнгән, журналистик эшмәкәрлек алып барған, ватандаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр яҙған. Әле лә йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй. Латыш телен өйрәнһә лә, Финат Хәмит улы туған телен онотмай. «Өйҙә ҡатыным, балаларым менән тик үҙ телебеҙҙә генә һөйләшәбеҙ», — ти ул. Яҡташыбыҙ тамырҙарын онотмай, Башҡортостандағы хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып йәшәй, йыл һайын тыуған яҡҡа ялға ҡайта. Сөнки ҡан тарта, тарихи тыуған иленә һөйөүе көслө шәхестең.

Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер атҡа – Керчҡа һәйкәл ҡуйыуҙа ла әүҙем ҡатнашҡан ул. Илсеғол ауылында хөрмәтле ҡунаҡтарҙы бик көткәндәр, матур байрам ойошторғандар.
Сарала шулай уҡ шағирә, журналист, режиссер Мәрйәм Закирйәнова, билдәле ҡурайсы Рушан Биктимеров ҡатнашҡан.
Ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскә һалған, Илсеғол башҡорт гимназияһында булған, уҡыусылар менән бергә “Шайморатов-генерал” йырын башҡарған.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_71702

Автор:
Читайте нас