+22 °С
Ямғыр


Бөгөн Күгәрсен районында Рәмил һәм Венер Йәнбәктовтарҙың хәтер кисәһе үтте.
Был сара шағирҙарҙың тыуған ауылы Дауыт Ҡайып ауылы зыяратында ҡәберенә сәскәләр һалыу менән башланды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Йәнбәк шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса видеоконкурста еңеүселәрҙе билдәләнеләр.
Билдәле шәхестәрҙе иҫкә алыу кисәһенә уның туғандары, дуҫтары, ауылдаштары йыйылды. Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күренекле ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар ҡатнашты.