Шоңҡар
-1 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Октября 2023, 14:54

Һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртәләр

Ел көньяҡ-көнбайыштан, ваҡыты менән секундына 20 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртәләрҺауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртәләр
Һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда халыҡты елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе хаҡында иҫкәртәләр.

Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел Өфөлә фаразлана. 8 октябрҙә  болотло булыуы, ваҡыты менән ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, ваҡыты менән секундына 20 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +4,+6°, көндөҙ +7, +9°.

Ведомствола ҡала халҡын елдең көсәйеүе ваҡытында ағастар, ҡоймалар, реклама таҡталары янында тормаҫҡа саҡыралар. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар автоһәүәҫкәрҙәрҙе ышанысһыҙ конструкциялар янындағы парковканан киҫәтә.

Фото: ГУ МЧС России

Автор:
Читайте нас