Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Октябрь 2023, 14:36

Рәмовтарҙың бәхет сере ниҙә?

Хаҡлы ялға тиклем Мәхмүтйән Ғәлимйән улы оҙаҡ йылдар буйы Матрай совхозында тракторсы булып эшләй.

Рәмовтарҙың бәхет сере ниҙә?Рәмовтарҙың бәхет сере ниҙә?
Рәмовтарҙың бәхет сере ниҙә?

Хәйбулла районының Өфө ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Мәхмүтйән Рәмовтар ғаиләһе бынан 44 йыл барлыҡҡа килә. Өлгөлө, ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған дан ғаиләләрҙең береһе улар, тиелә Хәйбулла районы хакимиәте төркөмөндә.

«Ҡул ҡаушырып, тик кенә ултырғандарҙан түгел Рәмовтар. Мәхмүтйән Ғәлимйән улы мал-тыуар һәм техника тирәһендә урала. Ишек алдары бөтөн, бөтәһе лә уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән, Рәйсә Ғәйнетдин ҡыҙының иңендә иһә баҡса, йорт мәшәҡәттәре. Рәмовтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота. Йорттарының төҙөклөгө, тормоштарының муллығы ла - тырыш хеҙмәттәренең емеше. Тормошҡа айыҡ зиһен, сабыр аҡыл менән ҡарап, иңгә-иң терәшеп донъя көтә татыу ғаилә. Бер-береһен аңлап, оҙаҡ йылдар тиң ғүмер кисергән Рәмовтар ғаиләһенең йорто ауылда «Өлгөлө йорт» исемен йөрөтә.

Хаҡлы ялға тиклем Мәхмүтйән Ғәлимйән улы оҙаҡ йылдар буйы Матрай совхозында тракторсы булып эшләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә, «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» орденына лайыҡ була.

Рәмовтарҙың ҡыуаныстары – ата-әсәһенән үрнәк алып, үҙ ғаиләләре менән лайыҡлы донъя көтөүсе ҡыҙҙары Ләйсән һәм Әлифә.

Йәй етһә, Рәмовтарҙың ишек алды ейән-ейәнсәрҙәренең шат тауыштары менән тула. Айыҡ тормош өлгөһө – сәләмәтлек, именлек нигеҙе икәнлеген Рәмовтар үҙ миҫалында асыҡ дәлилләй», - тиелә яҙмала.

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас