Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Октября 2023, 06:57

Йоҡлап китә, өшөй башлаған

Урманда оло йәштәге бәшмәксе юғалған.

Йоҡлап китә, өшөй башлағанЙоҡлап китә, өшөй башлаған
Йоҡлап китә, өшөй башлаған

Шишмә районының Лентовка ауылы янында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары өс сәғәт буйына урманда юғалған 72 йәшлек бәшмәксене эҙләне. Ирҙең бәйләнешкә инмәүе тураһында ашығыс хеҙмәттәргә уның улы һөйләй.

Ғәҙәттән тыш ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, биш хеҙмәткәр квадроциклда урманға юл тотҡан.

«Ир алдағы тораҡ пункттарынан алты саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан. Ул арығандан һуң йоҡлап китә һәм өшөй башлаған», - тип һөйләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Фото: МЧС Башкирии

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас