

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Башҡортостан Башлығы Указы менән гвардия майоры Азат Йәмил улы Юлтимеров генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Азат Юлтимеров - Мәләүез районы Аптраҡ ауылы егете. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк хәрби округының 12-се айырым гвардия Кенигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы инженер бригадаһы хәрби оркестрының хәрби дирижеры ул. 2021 йылда А. Й. Юлтимеровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме тигән маҡтаулы исем бирелгәйне.
Яҡташыбыҙҙы тағы ла бер юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ, уңышлы хеҙмәт, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
"Көнгәк"