+21 °С
Облачно


Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов хәбәр итеүенсә, Ҡазанда йәшәгән һәм эшләгән яҡташыбыҙ Ринат Мөхөтдинов «Музыка сәнғәте өлкәһендә иң яҡшы уҡытыусы-2023» Рәсәй Федерацияһы премияһы лауреаты булып танылған.
Ринат Сабир улы - Мәсетле районының Теләш ауылынан. Һайлаған һөнәрендә бихисап ҡаҙаныштарға өлгәшкән яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_71779