

Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылындағы мәктәптә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Күҙбаева Башҡортостан Республикаһы көнөн йыл һайын билдәләйбеҙ, тип белдерә.
“Башҡортостандың тарихи яҙмышы тотош ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Республика йөҙҙәрсә туған телдә һөйләшкән 4 миллиондан ашыу кеше өсөн көслө, бай, йылдам үҫешеүсе тыуған төбәк булып тора. 11 октябрь иһә - республиканың күп милләтле халҡының дуҫлыҡ һәм рухи берҙәмлек символы. Ватандаштарыбыҙ донъяның төрлө төбәктәрендә, илдәрендә йәшәй. Республика көнө – уртаҡ байрам, сөнки ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, улар өсөн Башҡортостаныбыҙ тыуған йорт булып ҡала”, - ти Сания Сәйет ҡыҙы.
Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаева Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән, ғүмер буйы ошо ауылда йәшәй һәм эшләй. Башҡорттар борон-борондан төйәк иткән, дүрт йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән күркәм ауыл ул.
Сания Сәйет ҡыҙын Ырымбур башҡорттары ғына түгел, Башҡортостанда ла яҡшы беләләр: педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Үҫеп килгән быуында башҡорт халҡына, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан араһында тығыҙ хеҙмәттәшлекте яйға һалыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исем бирелгән.
https://vk.com/kurultaibashkir